Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Республика Хөкүмәтендә сараны ойоштороу комитеты булдырылған. Уны вице-премьер Салауат Сәғитов етәкләй. Назар Нәжмиҙең 100 йыллыҡ юбилейы 2018 йылда билдәләнәсәк. Билдәле дата ҙур сара булараҡ уҙғарыласаҡ. Республика Башлығының ҡарар проекты менән БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Шулай уҡ шағирҙың 100 йыллығына һәм иҫтәлегенә Өфө ҡалаһында һәм Дүртөйлө районында төрлө саралар уҙғарылыуы көтөлә.
Мәғлүмәт өсөн: Назар Нәжми (Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов) 1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, һуғыш фронттарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапкыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.
Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Назар Нәжми 1947 — 1949 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Әҙәби Башҡортостан” журналы редакцияларында эшләй. 1955 — 1959 йылдарҙа ул — “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, 1962 — 1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапкыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уға 1993 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре “Беренсе йыр” (1938), “Икенсе йыр” (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда “Октябрь” журналында “Ауыл эскиздары” исемле шиғырҙар циклы сыға.
1950 йылда Назар Нәжмиҙең “Тамсылар” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан “Тулҡындар”, “Көтөлмәгән ямғыр”, “Ер һәм йыр”, “Шиғырҙар һәм поэмалар” тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың “Әсә”, “Ҡайындар”, “Ҡапҡалар”, “Йыр тураһында баллада” тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған “Дуҫ тураһында ун бер йыр”, “Күлдәк”, “Иблес”, “Урал” исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.
Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус теленә тәржемә ителде.
Ул драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләне: “Яҙғы йыр”, “Хуш, Хәйрүш”, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”, “Егет егетлеген итә”, “Гармунсы дуҫ”, “Күршеләргә ҡунаҡ килгән”, “Ҡыңғыраулы дуға”, “Әтәмбәй” тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды.