Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы яңы китап донъя күрҙе

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы яңы китап донъя күрҙе

Өфөлә «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына китап донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа быға тиклем баҫылмаған мәҡәләләр, ижади портреттар, арнауҙар һәм Биишева хаҡында иҫтәлектәр ингән.

Китапта яҙыусының йәшлек хәтирәләре, сәйәхәт яҙмалары, ижады хаҡында замандаштарының уй-фекерҙәре, шиғри арнауҙары, милли әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, сәнғәткә ҡағылышлы мәҡәләләре, очерктары һәм өлкән улы Тельман Ғәзиз улы Әминевтың йылы иҫтәлектәре индерелгән. 

Тәүге бүлектә яҙыусының 1943 – 1973 йылдар арауығында көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләре, ҡәләмдәштәре хаҡында иҫтәлектәре урын алған. «Юлдағы уйланыуҙар» исемле мәҡәләһендә улдары менән Баймаҡ ял йортонда булған ваҡыттарын иҫкә төшөрә, бигерәк тә, балаларын атайсалға ял итергә алып барыуына, аталарының тыуып үҫкән яҡтарын күрһәтеүгә, таныштырыуға өлгәшә алғанына сикһеҙ шатлана.

Китаптың «Ижади портреттар» тип аталған бүлексәһендә Зәйнәб Биишева мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсы Әсмә Шайморатова, данлыҡлы бейеүсе Рәүилә Хажиевалар хаҡында оло һөйөү менән яҡты иҫтәлектәрен яҙа. Башҡорт милли сәнғәтенән йыр, бейеү тураһында уйланыуҙары, мәҡәләләре әҙибә публицистикаһының айырым бер ҙур өлөшөн тәшкил итә. 

«Ҡушымталар» өлөшөндә Биишевтарҙың һәм Әминевтарҙың ырыу-ара шәжәрәләре, тарихи документтарҙың күсермәләре, төҫлө фотоһүрәттәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре килтерелеүе менән дә китаптың баһаһы юғары. Китапты төҙөүсе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев: «Зәйнәб Биишеваның ҡаһарманлығы – килер быуын ижадсылары өсөн оло, бай тәжрибә мәктәбе, рухи ныҡлыҡ өлгөһө булып оҙаҡ дәүерҙәр хеҙмәт итәсәк әле» тигән юлдар менән тамамлай «Ҡаһарманлыҡ һәм матурлыҡ йырсыһы» исемле баш мәҡәләһен.

Китаптың төҙөүсеһе һәм инеш һүҙ авторы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.

Китаптың тиражы 1000 дана тәшкил итә. Баҫманың исем туйы 7 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb