Башҡортостандың йәш вәкилдәре Мәскәүгә Балалар мәҙәни форумына юлланды

Башҡортостандың йәш вәкилдәре Мәскәүгә Балалар мәҙәни форумына юлланды

Бөгөн, 24 августа, Башҡортостандан һигеҙ һәләтле бала Беренсе халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә осто. Балаларҙы Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Любимова һәм илдең күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу, оҫталыҡ дәрестәре, баш ҡала буйлап экскурсия һәм тағы ла 60-тан ашыу сара көтә.

Форум 27 авгусҡа ҡәҙәр дауам итә. Унда бөтә Рәсәйҙән мең ярымлап һәләтле бала ҡатнаша.

Йыйында Башҡортостан исеменән ҡатнашҡан һигеҙ үҫмерҙең барыһы ла – Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттары, ижади форумдар һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыусылар. Ника Мартюченко, Милена Кулик, Сәлимә Хәмитова, Алан Шамёнов, Илана Садиҡова, Фатима Сынбулатова, Зарина Юнысова, Арсений Ғәйнуллин балалар ирекмәнлеге, кинолағы кастингтар, заманса киң мәғлүмәт саралары, башҡарыу мәктәбе традициялары, шулай уҡ театр, башҡарыу сәнғәте һәм музыкаль сәнғәт тураһында ҡыҙыҡлы дәлилдәр тураһында файҙалы мәғлүмәттәр аласаҡ.

Форумда күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Сергей Безруков, Игорь Бутман, Елена Гагарина, Юлияна Слащева, Николай Цискаридзе ҡатнаша.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb