Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлай

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлай

Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Илебеҙҙең, тыуған еребеҙҙең рухи ҡиммәттәрен һаҡлау – иң яуаплы һәм изге ғәмәлдәрҙең береһе. Мәҙәниәт – халыҡтың рухи аҙығы ул. Һеҙҙең фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙ тормошобоҙҙо сағыу, зауыҡлы һәм мәғәнәле итә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамында халыҡ матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтыла. Күңелде байытып, йәшәүгә көс туплар өсөн кешеләр театрҙарҙа спектаклдәр ҡарай, музейҙарға, концерттарға йөрөй, музыка тыңлай, китапханаларҙа бөйөк әҫәрҙәр менән таныша.

Мәҙәниәт кешеләр араһында ғына түгел, донъялағы барлыҡ илдәр араһында ла дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыу көсөнә эйә. Сәнғәт бөтә милләт кешеләре өсөн дә илаһи көс, тылсымлы илһам сығанағы!

Ҡәҙерле коллегалар! Һеҙ йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү, ижадҡа һөйөү уятыу, тормоштоң матур яғын күрергә өйрәтеү йәһәтенән дә баһалап бөткөһөҙ эш башҡараһығыҙ. Яңы таланттар асаһығыҙ, көслө ижади коллективтар туплайһығыҙ, сәмләнеп яңы үрҙәр яулайһығыҙ. Һеҙ – үҙегеҙгә талапсан ижадсы ла, хеҙмәтенән йәм тапҡан, маҡсаттарына тоғро профессионал да. Һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙға һоҡланабыҙ, ихлас хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Артабан да мәҙәниәтебеҙ сәскә атһын! Сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә арымай-талмай, илһамланып ижад итегеҙ! Яңынан-яңы юғары үрҙәр яулағыҙ! Байрам менән!

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb