Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора

Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора

16 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейында билдәле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры уҙа. Сара романдар оҫтаһының тыуыуына 101 йыл тулыуға һәм «Яңыбай Хамматов. Тарихҡа табан алтын күпер» күргәҙмәһенә арналған.

«Бөртөкләп йыйыла алтын», «Төньяҡ амурҙары», «Тыуған көн» һәм башҡа тарихи китаптар авторы Яңыбай Хамматов сатраш уйыны сағылдырған тәрән аҡыл, стратегик фекерләү һәм тотанаҡлыҡ кеүек сифаттарҙы хөрмәт иткән. Үҙе лә шахмат уйнарға әүәҫ булған. Быны раҫлап, күргәҙмәлә яҙыусының шәхси шахмат йыйылмалары тәҡдим ителгән.

Ярышта ҡатнашыусылар уйнап ҡына ҡалмаясаҡ, ә яҙыусының рух көсөнә, тарихи хәтергә һәм халыҡ фекере тәрәнлегенә дан йырлаған күп яҡлы ижады менән танышасаҡ.

Ойоштороусылар – Башҡортостандың Милли музейы һәм Өфө ҡалаһының «MIR CHESS» сатраш клубы.

Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb