Башҡортостандың Милли музейында рәссам Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды

Башҡортостандың Милли музейында рәссам Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды

Бөгөн, 4 мартта, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында атҡаҙанған рәссам Раушания Бәҙретдинованың "Емеш" рәсемдәр күргәҙмәһе асылды. Унда Зәйнәб Биишева илһамландырған эштәрҙән алып Ватанды һаҡлаусыларға арналған картиналарға тиклем күрергә мөмкин. 

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Нәзифә Кадирова менән Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев, шулай уҡ "Хазина" этно төркөмө сығыш яһаны. БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина рәссамдың эштәренең тәрән мәғәнәһен һәм фәлсәфәүи характерын билдәләне. Беренселәрҙән булып тамаша ҡылыусыларҙың фекеренсә, күргәҙмә диалогҡа, уйланыуға саҡыра һәм илһамландыра.

Экспозиция 20 мартҡаса дауам итә.

Адресы: Совет урамы, 14.

Башҡортостандың Милли музейында рәссам Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды
Башҡортостандың Милли музейында рәссам Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды
Башҡортостандың Милли музейында рәссам Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды
Башҡортостандың Милли музейында рәссам Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb