«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» ижади проекты сәнғәт туры дауам итә. 2019 йылдың ғинуарында команда республика ҡала һәм райондары буйлап гастролдәргә юлланасаҡ.
Проекттың презентациялары 10 район һәм ҡала мәҙәниәт һарайында уҙа. Унда яҡташ рәссамдар тураһында һөйләү, осрашыу-концерттар ҡаралған:
14-25 ғинуарҙа Борай, Яңауыл, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Ҡыйғы, Мәсәғүт, Ҡыҙылъяр, Дәүләкән, Мораҡ, Күмертау, Архангель райондарында сығыш яһаясаҡтар.
Төп ваҡиға — II «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингын тапшырыу тантанаһы 31 ғинуарҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт халында уҙа.