Башҡортостан халҡы иң яратҡан рәссамдарын һайланы. Өфөлә ошондай проектҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр гала-концертта бүләкләнде. Йыл дауамында республика халҡы интернет аша рәссамдар өсөн тауыш бирҙе. Улар дүрт номинацияла һайланды. “Легендар” тип Әхмәт Лотфуллин, Әҙиә Ситдиҡова, Николай Пеганов билдәләнде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, киләсәктә улар исемдәре менән йәш рәссамдар өсөн премиялар булдырыла. Бынан тыш, “Оҫталар”, “Көнүҙәк сәнғәт” һәм “Халыҡ таланттары” номинациялары буйынса еңеүселәр бүләкләнде. “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проекты былтыр июндә башланды. Махсус сайтта 600-ләп ижадсының эштәре урынлаштырылды. Быйыл иһә проектҡа скульптурҙар һәм фоторәссамдар ҡушыла.