Баш ҡалала «Өфө - дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» милли мәҙәниәттәр фестивале башлана

Баш ҡалала «Өфө - дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» милли мәҙәниәттәр фестивале башлана

1 майҙа Өфөлә «Өфө - дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» милли мәҙәниәттәр фестивале башлана. Фестиваль тарихы 2011 йылдан алып билдәле. Быға тиклем ошондай уҡ исемдәге проект муниципаль профессиональ ижади коллективтар фестивале булып торҙо. Быйыл байрам бер нисә этаптан торасаҡ һәм 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

- Йыл һайын был ҙур күләмле проект мәҙәни хеҙмәттәшлек, ижади бәйләнештәрҙе нығытыу, шулай уҡ дүрт йыл дауамында тәжрибә алмашыу маҡсатында уҙғарылды. Үҙ ҡалаларының «визит карточкаһы» булған мәҙәни коллективтар  үҙ репертуарынан номерҙар күрһәтте. Беҙ изге йоланы тергеҙәбеҙ. Хәҙер фестиваль яңы форматта уҙғарыла, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, - тип һөйләнеләр Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығында.

Майҙың тәүге көнөндә көндөҙгө сәғәт ун икелә «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында фестивалдең беренсе этабы уҙа. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында хореографик ижад, инструменталь музыка, вокал, шулай уҡ фольклор йола композициялары буйынса ижади конкурс үтәсәк. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы этномода, художество эштәре, «Өфө берләштерә» фотопортреттар күргәҙмәләре, милли авторҙарҙың китаптары,, «Милли аш-һыу көнө» йәрминкәһе һәм халыҡ кәсептәре, милли спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтә.

Байрам барышында «Беренсе май» паркында фонтан эшләй башлай. Өфөлә 27 апрелдә «Яҙ көйө» ҡала фонтандарын асыу тантанаһы старт ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb