Баш ҡалала “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” исемле күргәҙмә асылды

Баш ҡалала “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” исемле күргәҙмә асылды

  Һыҙғыртҡыс, милли кейем, думбыра, һырлап эшләнгән өҫтәл, сыбыҡсаларҙан үрелгән ултырғыс, ҡурсаҡтар… Әллә ниндәй мөғжизәләр тыуҙырырға һәләтле беҙҙең халыҡ! “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” исемле фестиваль-күргәҙмә асылды.
Халыҡ оҫталарының кәсебен тергеҙеү, таратыу маҡсатынан ойошторолған фестиваль өс көн дауам итәсәк. Республиканан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә килгән һөнәрмәндәр бер-береһе менән аралашып, кәңәшләшеп, әйберҙәрен һатыуға сығарыу мәсьәләһе буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

Фотогалереяға күсергә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb