Баш ҡалала «Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк

Баш ҡалала «Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк

11 августа Ағиҙел йылғаһы буйында, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа асыҡ һауала бушлай кино күрһәтеү ойошторола. Өфөләр иғтибарына башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаровтың комедия роуд-муви жанрында төшөрөлгән «Йыл ғаиләһе» фильмы тәҡдим ителә.

Картина Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм Рәсәй Кинематографистар союзының Башҡортостан бүлексәһе булышлығында республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы заказы буйынса 2021 йылда төшөрөлгән. Ул 23 сентябрҙә киң прокатҡа сыҡты.

Кинотаҫма Өфөнөң, шулай уҡ Әбйәлил һәм Белорет райондарының күркәм урындарында төшөрөлгән. Сюжет мөләйем, ҡыҙыҡлы, ғәҙәти булмаған, шул уҡ ваҡытта бихисап Рәсәй ғаиләләренә оҡшаған Рәхмәтуллиндар тураһында бәйән итә. Иҫке һары «Рафиҡ»та геройҙар еңеү һәм 5 миллион һум аҡса эшләү өсөн «Йыл ғаиләһе» конкурсына юллана.

Фильмды күрһәтеү - бушлай. Кино киске 10-сы яртыла башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb