Баш ҡалала милли кейемдәр марш-парады уҙа

Баш ҡалала милли кейемдәр марш-парады уҙа
28 майҙа Өфөлә милли кейемдәр марш-парады уҙа. Марш-парад колоннаһы көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрынан алып Салауат Юлаев майҙанына тиклем һуҙыласаҡ. Республика Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, марш-парадҡа теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Тамашасылар интерактив программаға әүҙем йәлеп ителәсәк. Башҡорт милли кейеме байрамы барышында «Башҡортса кейен» бейеү флешмобы, тамашасылар менән уйын-викторина, «Мин башҡорт кейемендә!» селфи-шоуын ойоштороу ҡаралған. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҡатнашыуы көтөлә.
Салауат Юлаев майҙанында «Йәйләү» тарихи реконструкцияһы, этнография һәм сәхнә костюмдары конкурсы уҙғарыла, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола.
Кисен Өфө амфитеатрында «Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәр фестиваленең гала-концертын ҡарарға мөмкин.


Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb