Баш ҡалала Абдулла Солтановҡа арналған хәтер кисәһе үтте

Баш ҡалала Абдулла Солтановҡа арналған хәтер кисәһе үтте

Республиканың төп концерт залында мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтановҡа арналған хәтер кисәһе үтте. Учалы районы Ҡобағош ауылынан сыҡҡан бөйөк шәхес башҡорт халыҡ йырҙарын юғары кимәлдә башҡарып, бөтә донъяла республика данын яҡланы. Урал ҡаяларынан көс алған аҡһаҡал, арҙаҡлы йыраусы 95 йәшен туйлаған булыр ине.

Моң һәм сәнғәт белгестәре Абдулла Афзал улының тауышын Урал тауҙарын иңләп осҡан ҡыйғыр бөркөт бейеклеге менән тиңләй. Ҡурайҙа оҫта уйнаған Аблулла Солтановтың тауыш диапазоны, башҡарыу маһирлығы, күкрәктән сыҡҡан илаһи моңо үҙенсәлекле, тәрән драматизм, халыҡсан моң менән һуғарылған йырҙарын төрлө ҡитғаларҙа яратып тыңлайҙар.

Танылған йырсылар менән бер сәхнәлә йәш ижадсылар ҙа халыҡ йырҙарын башҡарҙы.Тимәк, Абдулла Солтанов өлгөһөндә тәрбиәләнеүсе йәштәргә үҫеү, ил, халыҡ-ара кимәлдә танылыу өсөн мөмкинлектәр киң. Абдулла Солтанов репертуарында 60 -тан ашыу башҡорт халыҡ йырҙары. Улар араһында тарихи темаға арналғандары « ҡасҡындар хаҡындағылары, ҡатын-ҡыҙҙың аяныслы яҙмышы хаҡындағылары бер-нисә быуын тамашасыларҙы һоҡландыра, уйланырға һәм хисләнергә мәжбүр итә.

Абдулла Солтанов Өфө, Һамар, Ульяновск, Мәскәү ҡалаларында, Германия, Польша, Франция, Португалия, Румыния һәм яҡын сит ил сәхнәләрендә уңыш ҡаҙана. Мәшһүр йырсы башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙары «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм ралиотапшырыуҙар компанмяһының алтын фондына ингән.

Абдулла Солтанов башҡорт халыҡ йырҙарын киң диапазонда, йөрәк түренән сыҡҡан моң менән иркен башҡарыусы йыраусы. Башҡортостандың халыҡ артисы, остаз, аҡһаҡал ижады йәштәр өсөн ҙур мәктәп булһа, ә төрлө ҡитғаларҙа йәшәгән тамашасылар өсөн ул йыһан менән ерҙе тоташтырыусы мәшһүр йырсы булараҡ ҡәҙерле һәм яҡын.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb