2 апрелдә «Апрель» республика балалар вокал сәнғәте конкурсының финалы уҙҙы. Сара Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән «Балалыҡтың ун йыллығы» сиктәрендә ойошторолдо.
Сәләмләү телмәре менән конкурста ҡатнашыусыларға Республика Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков мөрәжәғәт итте һәм быйыл «Апрель» конкурсының тәүге юбилейы булыуын билдәләне.
Ойоштороу комитетына Башҡортостан Республикаһы ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһынан һәм Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһынан ғаризалар килде. Конкурс финалында 6-16 йәшлек 156 кеше ҡатнашты. Гран-при Благовещен ҡалаһынан Дарья Заболотскаяға тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусылар лауреат һәм дипломант булараҡ билдәләнеп үтте.
Бәйгеселәрҙең башҡарыу оҫталығын Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, сәнғәт фәндәре кандидаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры Иҙрис Ғәзиев рәйеслегендәге жюри баһаланы. Жюри составында БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР мәғариф отличнигы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыуы һәм тауыш режиссеры кафедраһы доценты Светлана Слягузова, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, продюсер, композитор Риф Арыҫланов булды.
Конкурс сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.