Баш ҡалала Балалар хоры концерты үтте

Баш ҡалала Балалар хоры концерты үтте

Өфөлә үткән Балалар хоры концерты Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланды. Вокалистарҙың хор коллективында республиканың 20 ҡала-районынан килгән 600 балалар милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт һәм рус йырҙарын ишеттерҙе.

Сарала Республиканың хор жанрын үҫтергән балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера студия тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Дирижер пультында Мәскәү ҡалаһының Ҙур театрынан Дмитрий Крюков сығыш яһаны. Концертта барлығы 18 йыр яңғыраны.

Республика Балалар хоры БР Мәҙәниәт министрлығы ҡатнашлығында барлыҡҡа килде. Ул 2014 йылда яҙ айында республикала музыка мәктәптәренең хор коллективтары араһында үткән конкурс еңеүселәренән төҙөлдө.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb