Баш ҡалала «Ел йыры» тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильмдың исем туйы үтте

Баш ҡалала «Ел йыры» тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильмдың исем туйы үтте

Картина илдә тормошҡа ашырылған «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты сиктәрендә төшөрөлгән.

Башҡортостан да был проектта әүҙем ҡатнашты. «Ел йыры» тип аталған фильм хозур тәбиғәткә һөйөү, илһөйәрлек тойғолары уята, балалар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ сифаттары тәрбиәләй.

 «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты ҡыҫҡа метражлы тәрбиәүи фильмдар төшөрөп балаларға күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уны уҡытыусылар кластан тыш белем биреү алымы итеп тә ҡуллана ала.

Фильмды төшөрөү өсөн белем биреү учреждениелары макулатура тапшырып, яҡса йыйҙы. Республика 174 841 кг ҡағыҙ тапшыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb