Ағымдағы йылдың 20-25 сентябрендә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Фёдор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара вокалсылар конкурсы үтәсәк. Сара Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале сиктәрендә уҙғарыла.
Жюри рәйеслегендә -Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Асҡар Абдразаҡов.
Бәйгелә ҡатнашыусылар 20 авгусҡа тиклем ғаризалар тапшырырға тейеш.
Конкурс шарттары буйынса бәйгеселәр ебәрелгән видеояҙмалар буйынса һайлап алынасаҡ. Еңеүселәр 25 сентябрҙә фестивалдең гала-концертында сығыш яһаясаҡ.