1 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың ижадына арналған «Ике аҡҡош» Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсының гала-концерты була.
Бәйгенең һайлап алыу туры 8-9 ноябрҙә үтте. Унда йәмғеһе 150-нән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Жюри бәйгеселәрҙе ике номинацияла баһаланы. «Вокаль башҡарыу» номинацияһында 14 йәштән өлкән солистар ҡатнашты. Улар Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан бер йыр, халыҡ йырҙарын йәки заманса музыкаль әҫәрҙәрҙе, шул иҫәптән автор йырын башҡарҙы. Бәхти Ғайсиндың репертуарынан музыкаль әҫәрҙәрҙе уйнауға йүнәлтелгән «Инструменталь башҡарыу» номинацияһында 5 йәштән өлкән башҡарыусылар ҡатнашты.
Һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса конкурс финалына 30 ҡатнашыусы, шул иҫәптән коллективтар һәм ансамблдәр саҡырылған.
Концерт программаһында шулай уҡ башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле йондоҙҙары - Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадирова, Лилиә Ишемйәрова, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Алиса Йомағәлиева, Тимур Рамаҙанов, Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Айҙар Ғәбдинов ҡатнаша.
Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.
Инеү ирекле.