Баш ҡалала «Мөхәмәтша Буранғолов — сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла

Баш ҡалала «Мөхәмәтша Буранғолов — сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла

Ағымдағы йылдың 26 октябрендә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Мөхәмәтша Буранғолов — сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк.  Сара билдәле шәхестең  тыуыуына 130 йыл тулыуға арнала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты хәбәр итеүенсә, йыйылыусылар түбәндәге йүнәлештәр буйынса сығыш яһай:

1. ХХ быуат башындағы башҡорттарҙың милли яңырыуы: М.А. Буранғоловтың ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ формалашыуы.

2. Башҡорт драматургияһы һәм М.А. Буранғоловтың уның үҫешенә индергән өлөшө.

3. «Урал батыр» эпосы заманса сәнғәттә, әҙәбиәттә һәм философияла.

4. М. А. Буранғолов — Башҡортостанда академик фольклористикаға нигеҙ һалыусы.

5. ХХ быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостан тарихында М. Буранғолов дәүере.

6. Эпик сәсәнлек — донъя халыҡтары мәҙәниәтенең үҙенсәлекле күренеше.

7. Сәсәнлек сәнғәтенең хәҙерге торошо һәм формалары.

Конференцияла  ғалимдар, уҡытыусылар, аспиранттар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Конференцияла ҡатнашыу өсөн эштәрҙе  2018 йылдың 20 октябренә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра., Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ебәрергә кәрәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb