15 майға тиклем дауам итәсәк саралар Рәсәй киноһы йылына һәм Польшала иғлан ителгән Хенрик Сенкевич йылына арнала. Сит ил халҡы яҡташ яҙыусыһының тыуыуына 170 йыл тулыуын шулай хөрмәтләп ҡаршылай.
Башҡортостанда уҙасаҡ байрам программаһы бай һәм йөкмәткеле. Уның сиктәрендә төбәктә йәшәүсе поляктарҙың тормошона һәм эшмәкәрлегенә бәйле иҫтәлекле урындарға барыу, концерт, ижад кисәләре ойоштороу ҡаралған. Әйтәйек, 17-се ҡала китапханаһына Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында урынлашҡан музейҙан поляк бармаҡсалары коллекцияһы килтерелгән. Яңы күргәҙмәлә фарфор, төрлө металл, быяланан яһалған йөҙҙән ашыу экспонат ҡуйылған. Улар менән бөгөн тәүгеләрҙән булып мәктәп уҡыусылары танышты. Шулай уҡ экспозицияла коллекционер Алена Думчеваның да шәхси коллекцияһы бар.
Анна Малиновская, Копейск ҡалаһы бармаҡсалар музейы фондын һаҡлаусы:
«Копейск ҡалаһындағы бармаҡсалар музейы фондында меңдән ашыу бармаҡса һаҡлана. Улар төрлө материалдарҙан эшләнгән. Ҡиммәтле металдарҙан яһалғандары айырыуса иғтибарға лайыҡ. Бөгөн килтерелгән байлыҡ Польша символикаһына, ҡалаларына бағышлана. Өфөлә лә иҫтәлеккә сувенир итеп бармаҡса һатып алдыҡ. Унда Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнгән».
Сығанаҡ