17 ноябрҙә Өфөлә «Тере тауыш» йәнле тауыш йәштәр фестивале уҙҙы. Проект Башҡортостан Республикаһының билдәле ижади коллективтарын берләштерҙе.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә легендар «Дәрүишхан» рок төркөмө, «Бишбармаҡ» оркестры һәм «ЕвроАзия» рок төркөмө берлектәге концерт менән сығыш яһаны. Башҡорт музыканттары тамашасыларҙы үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырҙы. Сәхнәлә күптәр яратып тыңлаған хиттар, яңы йырҙар башҡарылды, уларҙа хис-тойғолар, драма һәм, шул уҡ ваҡытта, күңел йылылығы һәм лирика ла яңғыраны.
Сара «Пушкин картаһы» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙҙы.