Баш ҡалала «Туристик Өфө» конкурсы иғлан ителде

Баш ҡалала «Туристик Өфө» конкурсы иғлан ителде

“Башинформ”  мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында йыл һайын ойошторолған «Туристик Өфө» конкурсы уҙа. Бәйгелә экскурсия маршруттарын тәҡдим иткән һәм яҡлаған эшләүсе экскурсоводтар, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары, өлкән класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Йылдан-йыл Өфөгә тағы ла күберәк туристар килә, шуға ҡалаға яҡшы экскурсоводтар кәрәк, тип аңлаттылар ҡала хакимиәтендә.

«Коллегаларыбыҙ менән «Әҙәби Өфө серҙәре» маршрутын эшләнек. Маҡсатыбыҙ – уҡыуҙы, онотолған әҙәби әҫәрҙәрҙе популярлаштырыу һәм Өфөлә йәшәгән әҙиптәр менән таныштырыу», — тип һөйләне бәйгесе Адрей Янкин.

Конкурстың финал этабы 30 октябрҙә Башҡортостандың Милли музейы буйлап экскурсия формаһында уҙа. Унда ҡатнашыусылар Өфө һәм республика тарихын белеүен, күрһәтеү һәм һөйләү алымына эйә булыуын күрһәтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb