Баш ҡалала «Ғүмеремде вариҫтарыма бүләк итәм» фестивале асылды

Баш ҡалала «Ғүмеремде вариҫтарыма бүләк итәм» фестивале асылды

Өфөнөң Киров районында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан "Ғүмеремде вариҫтарыма бүләк итәм" тип исемләнгән фестиваль асылды. Сара сиктәрендә мәғариф учреждениеларында инша, һүрәт бәйгеләре, шиғриәт кисәләре, әҙәби осрашыуҙар уҙғарыу ҡаралған.

Баш ҡаланың Киров районында старт алған фестиваль 21 октябргә тиклем дауам итә. Фестивалдә ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен төрлө телдәргә тәржемә итәсәк, тематик күргәҙәмләрҙә ҡатнашасаҡ.

Фестивалде асыу тантанаһында уҡыусылар бөйөк шәхестең шиғырҙарын тасуири һөйләне, ә үҙешмәкәр коллективтар концерт программаһын йыр-бейеүҙәре менән байытты. Халыҡ һөйөүен яулаған шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова билдәләүенсә, Мостай Кәрим өсөн баш ҡаланың Киров районы үтә лә ҡәҙерле була. Әҙип тап ошо биләмәлә йәшәгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb