Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Хайсаров яңы документаль фильмда төшөүгә саҡырылған.
Документаль фильмдың исеме "Тарих селтәре".
Уны бөгөнгө көндә Мәскәү ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе документаль фильмдар режиссеры Гөлназ Ғәлимуллина төшөрә.
Эстәлеге буйынса фильм милли кейемдәр, милли кейем мәғәнәһе, реконструкторҙар хаҡында буласаҡ.
Эшкә талымһыҙ, талантлы, һөнәрендә исеме танылған актер менән бер нисә кадр эшләнгән дә инде.