Ошо көндәрҙә Сибай концерт-театр ойошмаһы залында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре һәм легендар комдивы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған «Ат уйнатып алдан бара» спектаклен күрһәткән.
«Тамаша алдынан яҡташыбыҙ, ҡуйыусы-режиссер Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, 1943 йылдың 23 февралендә ҡамауҙан хәрби байраҡты алып сыҡҡан Баҡый Вәлиевтең ҡыҙы Гөлгөнә Мораҙымова менән таныштырҙы. Ул атаһының һуғыштағы ҡаһарманлығы, хәтирәләре тураһында бәйән итте, ҡала музейына Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы баҫтырған энциклопедик белешмәне бүләк итте.
Музей директоры Альбина Ярмуллина фондта кавалеристарҙың документтары, наградалары барлығы тураһында һөйләне, Сибайҙа йәшәгән һуғыш ветерандары тураһындағы китапҡа мәғлүмәт туплауы, «Быуындар хәтере» тигән акция башлауҙары хаҡында әйтте.
«Баш ҡала артистары ҡуйған спектакль - беҙҙең яугирҙәргә мәҙхиә, оло ихтирам һәм мәңгелек хәтер! Театр коллективына ижади уңыштар теләйбеҙ!» - тиелә яҙмала.
Спектаклде ошо яҡ райондарҙа күрһәтеү дауам итә.