Башдрамтеатр Театр йылын "Урал батыр" эпосы менән асты

Башдрамтеатр Театр йылын "Урал батыр" эпосы менән асты

13 декабрҙә, Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылын асыу көнөндә  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә тағы бер ваҡиға - башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал батыр» спектакленең премьераһы үтте.

Театр – ул ижад усағы, күңел йылыһын бүлешер, йөрәктән сыҡҡанды йөрәккә еткерер өсөн тәғәйенләнгән урын. Рәсәйҙә театр йылы иғлан ителеүен ижадсылар, сәнғәт кешеләре ошо ҡыуаныслы ваҡиғаны дәррәү күтәреп алды. Театрҙың беренсе ҡатында артистар театр йылына арналған таҡмаҡтар йырлап, бейеп тамашасыларҙы ихлас күңелдән ҡаршы алдылар.

Икенсе ҡаттағы фойела тамашасылар өсөн театр оркестры һәм «Йатаған» этно-төркөмө көйҙәр уйнаны, алып барыусылар Сара Буранбаева менән Азамат Ғафаров «Урал батыр» эпосы темаһына викторина ла уҙғарҙы, еңеүселәргә саҡырыу ҡағыҙы бүләк иттеләр.

Кулуарҙа тамашасыларға махсус фотозона ла ойошторолдо, унда башҡорт халыҡ костюмдарын кейеп фотоға төштөләр. Шулай уҡ ошо Экспозиция залында рәссам-бутафор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Жучковтың күргәҙмәһе, ә театр музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, республикабыҙҙың һәм театрҙың 100 йыллығына арналған тематик күргәҙмә ойошторолдо.

Театр буфетында башҡорт көнкүреше - башҡорт тирмәһендә актерҙар махсус «театр» менюһын тәҡдим итте. Унда халыҡ гөр килде. Актерҙар ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп, төрлө йырҙар йырлап һәм, әлбиттә, ҡурайҙа уйнап тамашасыларҙы йырлатып, бейетеп, күңелдәрен астылар. Хатта буфет та тамашасылар өсөн үҙенсәлекле меню әҙерләгән ине.

Спектакль башланыр алдынан Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова артистарҙы, тамашасыларҙы тәбрикләп: «Республикабыҙҙа ун ике театр эшләп килә, 2200 халыҡ театры бар, киләһе йылдың Театр йылы тип иғлан ителеүе оло ваҡиға һәм исемле йыл беҙҙең ижади коллективтар өсөн уңышлы булһын» –тип теләктәрен белдерҙе, Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылын Башҡортостанда ла асыҡ тип иғлан итте.

Спектаклде тамашасылар матур ҡабул итте, артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмде. Спектаклдең авторы, ҡуйыусы-режиссер Андрей Борисов артистарға, Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм мәҙәниәт министрлығына ошо ижади хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәтен белдерҙе. «Ошо айҙар дауамында Башҡортостанды яратып өлгөрҙөм, күңелемдә уның халҡына ҡарата оло ихтирам тыуҙы, «Урал батыр» менән бергә минең йөрәгемдең бер өлөшө лә һеҙҙең менән ҡаласаҡ» – тине яҡут режиссеры.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb