“Башмағым” спектаклен ҡарар өсөн 5 сәбәп

“Башмағым” спектаклен ҡарар өсөн 5 сәбәп

Тиҙҙән, 10 февраль көнө, Өфө “Нур” татар дәүләт  театрында Тажи Ғиззәт һәм Йәүҙәт Фәйзиҙең “Башмағым” музыкаль комедияһының премьераһы көтөлә.  Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Ибраһимов. Әлеге мәлдә шау-гөр килеп театр артистары премьераға әҙерләнә.

“Башмағым” спектаклен ҡарар өсөн 5 сәбәпте билдәләп үтәйек: Ирина Ғәниева,  Фәхриә ролен башҡарыусы:
-Спектакль матур һәм илаһи мөхәббәт тарихы тураһында. Ысын мөхәббәт өсөн кәртәләр юҡлығына йәнә бер инандырыусы әҫәр.Музыкаль комедияла  үҙ бәхетең өсөн көрәшеү идеяһы һалынған.


Мәхмүт Фатихов,  Вафа ролендә уйнаусы:
-“Башмағым” классик әҫәр! Спектаклдә дөрөҫ музыка, дөрөҫ йырҙар, дөрөҫ телмәр һәм тере оркестр һәм тере тауыш!


Гөлназ Биктимирова,  Сәрүәр ролен башҡарыусы:
- Бар нәмә заманса! Позитив ҡарашлы спектакль!


Вилдан Мисбахов,  Ғәлимйән ролендә сығыш яһай:

- Театрҙың бар артистары ла оперетта жанрында үҙҙәрен күрһәтә. Беҙ тере тауыш менән ариялар, ариоздар, серенадалар башҡарабыҙ. Иҫ киткес музыка яңғыраясаҡ!
Резида Фәхруллина, Фәхриә ролендә уйнай:
- Тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителгән спектакль йәнә, 25 йылдан һуң сәхнәгә әйләнеп ҡайтты. Һәр бер тамашасы өсөн был классик әҫәр ысын байрам буласаҡ! “Башмағым” музыкаль комедияһын театр тормошондағы иҫтәлекле күренеш, оло ваҡиға булараҡ ҡабул итәйек!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb