Башҡортостанда «BashMult» республика фестиваль-конкурсы иғлан ителде. «BashMult» фестиваль-конкурсы башҡорт йәнһүрәттән популярлаштырыуға һәм һәләтле ҡатнашыусыларҙы йәнһүрәттәр төшөрөүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Конкурста 7-9 һәм 10-14 йәшлек балалар; 15-17 йәшлек үҫмерҙәр; 18 йәштән өлкәндәр ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Эштәр 2019 йылдың 25 мартынан 1 октябренә тиклем ҡабул ителә, 16 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм бүләкләү тантанаһы уҙа.
Индивидуаль ҡатнашыусылар өсөн «Мажаралар донъяһы», «МультИлһам» номинациялары ҡаралған.
Уҡыусыларҙың коллектив эштәре «Күңелле классика»; «Замандарҙы бәйләүсе еп» номинацияларында ҡабул ителә.
Конкурс йомғаҡтары буйынса номинацияларҙа беренсе урынды яулаған уҡыусылар өсөн төп приз — BashMult статуэткаһы, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған, шулай уҡ Тамашасылар һөйөүе призы булдырылған.
Положение, өҫтәмә мәғлүмәт, конкурсҡа комментарийҙар, тултырыу тәртибе конкурстың рәсми төркөмөндә баҫыла.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы 1 октябргә көндөҙгә сәғәт 3-кә ҡәҙәр тапшырырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7, Хәрби дан музейы. Электрон почта: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра., телефон: 8 (347) 260-44-64.