Баш ҡалала Ишмулла Дилмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған хәйриә концерты уҙасаҡ

Баш ҡалала Ишмулла Дилмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған хәйриә концерты уҙасаҡ

Быйыл Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуна 90 йыл тула. Ошо уңайҙан 23 майҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының  залында ҙур хәйриә концерты үтәсәк. Кисәлә бик күп артистар (йырсылар, ҡурайсылар, бейеүселәр һ.б.) сығышы көтөлә. Концерттан алынған килем, ҡурайсының тыуған төйәге Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында мәсетте төҙөп бөтөүгә йүнәлтеләсәк.

Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы 1928 йылдың 15 сентябрендә Йылайыр кантоны  Иҫке Яҡуп ауылында тыуған.

Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үҙенсәлекле артист һәм ҡурайсы-башҡарыусы булып үҫешеүендә драма театрында эшләүе ҙур роль уйнай. 60-сы йылдарҙа ул башҡорт эстрадаһының алдынғы артистарының береһе, бик маһир ҡурайсы, талантлы йырсы-импровизатор, башҡорт фольклорының белгесе була.

Уның ижады менән ҡурайҙа элекке оҫталарҙың уйнауына хас булған өзләү ҡушып уйнауҙың тергеҙелеүе бәйле. И. Дилмөхәмәтовтың репертуарына күп башҡорт халыҡ вокаль һәм иструменталь көйҙәре инә: «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Сыңрау торна».

Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев «Урал илселәре», «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә» операларын яҙа. Рәсәй делегацияһы составында башҡорт сәнғәтен Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, Германияла, Польшала, Венгрияла, Афғанстанда, Пакистанда, Бирмала, Иранда, Японияла тамашасыларға еткерә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb