Өфө ҡалаһының Октябрь районында Ғаилә йылына арналған “Ғаиләмде яратам” тип аталған интернет-конкурс иғлан ителде.
Унда ҡатнашыу өсөн ғаиләңде фотоға төшөрөп, яҡындарың тураһында яҙырға һәм ошо мәғлүмәтте, #люблюсвоюсемью_окт хэштегын ҡулланып, социаль селтәрҙәрҙә һалырға кәрәк. Видео төшөрөргә лә мөмкин. Флешмобта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Иң ҡыҙыҡлы яҙмалар һәм фото, видеомәғлүмәттәр ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар менән билдәләнәсәк.