Башҡалала «Өфө йүкәләре» йыр фестивале үтә

Башҡалала «Өфө йүкәләре» йыр фестивале үтә

Ағымдағы йылдың  апреленән май айына тиклем Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Өфө йүкәләре» йыр фестивалендә үтә.

Сараны ойоштороусы – Өфө ҡала Хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сарала репертуарында Өфө тураһында йыр башҡарыусылар ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Фестивалгә Өфө ҡалаһының тарихы, уның үҙенсәлеге, тарихи һәм иҫтәлекле урындары, ҡала халҡына хас төп һыҙаттары сағылған төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге йырҙар тәҡдим ителә.

Сара ике йәш категорияһы (14 йәшкәсә һәм 14 йәштән өлкәнерәк) араһында һәм ике номинацияла уҙғарыла: «Өфө хаҡында иң яҡшы башҡарыу» (профессиональ башҡарыусылар), «Өфө хаҡында иң яҡшы башҡарыу» (һәүәҫкәр башҡарыусылар).

Ғаризалар апрель аҙағына тиклем ҡабул ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb