Башҡор академия драма театры сәхнәһендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың юбилей бенефисы уҙҙы

Башҡор академия драма театры сәхнәһендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың юбилей бенефисы уҙҙы

23 ноябрь көнө Башҡор академия драма театры сәхнәһендә шаулап-гөрләп Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың юбилей бенефисы уҙҙы.

Юбилейы уңайынан "Их, кәләше лә кәләше!.." (Х.Зарипов) комедияһында юбиляр төп ролдә уйнаны.

Рәүис Хәбир улын республикабыҙ йәмәғәтселеге, тыуған районынан дуҫтары, тамашасылары, коллегалары ҡотланы.

Кисә, күтәренке рухта башланып, ысын мәғәнәһендә ҙур ижади байрамға әүерелде. Р.Заһитовтың оҙайлы һәм бай ижад юлын байҡап, уның юмор, йыр-моң тулы юбилей бенефисынан тамашасы үҙенә байрам кәйефе, шатлыҡлы хистәр алып ҡайтты.

Рәүис Заһитов Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң эш башлай. Ошо йылдан башлап, көндән – айға, айҙан - йылға үрелгән йылдарҙы үҙ иҫәбенә алып, тиҫбе булып теҙелгән миҙгелдәр ашыҡмай ғына бер-береһенә өҫтәлә килгән. Тамсы тама-тама күл була,тигәндәй, берәмләп йыйылған ижад емештәре, театр донъяһына эскерһеҙ хеҙмәт итеүе артисҡа уңыш алып килә.

 Төп милли театрыбыҙ сәхнәһендә дүрт тиҫтә йыл эшләү дәүерендә Рәүис Заһитов бик күп иҫтә ҡалырлыҡ, күркәм образдар ижад итеп, үҙен рухи донъябыҙҙы үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалған талантлы ижадсыларыбыҙҙың береһе итеп танытты.

 Рәүис Заһитов Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында тыуған. Моңло тауышы атаһынан күскән, ә һәләте уның тәбиғәттән.

 Рәүис Заһтиов ҡатмарлы, көслө характерҙарҙы ла, көлкөлө образдарҙы ла ҡабатланмаҫ оҫталыҡ менән, ышандырырлыҡ итеп башҡара. Сәхнәгә сығыуы менән залда ниндәйҙер йәнләнеү, тамашасының күңел йылыһын тояһың. Р.Заһитовҡа халыҡ юморы, халыҡтың оптимизм сығанағы тәбиғәт тарафынан йәлләмәй бирелгән.

Таланты менән генә түгел, үҙенә генә хас ихласлығы, эскерһеҙ бер ҡатлылығы, бирелеп, онотолоп уйнауы, тыуҙырған образдарының халыҡсанлығы, тормошсанлығы менән хайран ҡалдыра ул. Сөнки Рәүис Заһитов артист булараҡ образдың эске кисерешен, уның спектаклдәге үҫешен үҙенсә аса, йәғни, образдың иң ҡәҙерле детален таба ла шуны төрлө төҫтәрҙә байыта.

Шундай ролдәренән – «Мираҫ» (А.Софронов) спектаклендәге Слава, «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш» (Т.Миңнуллин) драмаһындағы Рәмил, «Аҫылйәр»ҙәге (М.Фәйзи) Ғәбдрәшит, сабый һымаҡ бер ҡатлы һәм шаян Ғәлиулла ҡарт (Ә.Атнабаев «Законлы никах менән!») образдары.

Рәүис Заһитов халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та шаҡтай билдәле. Моң - һағыш, мөхәббәт һәм аһ-зар тулы «Сибай», «Буранбай», «Илсе Ғайса» һәм башҡа халыҡ йырҙарын, шулай уҡ эстрада йырҙарын да хисләнеп, ҡанатланып, берҙәй уңышлы башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb