Башҡорт академия драма театры актрисаһы Фирҙәүес Ғиззәтуллина вафат

Башҡорт академия драма театры актрисаһы Фирҙәүес Ғиззәтуллина вафат

Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Фирҙәүес Ғиззәтуллина яҡты донъянан китте. Бер нисә көндән уға 50 йәш тулған булыр ине.

Фирҙәүес Альберт ҡыҙы менән бәхилләшеү 24 июндә 11-13:00 сәғәттә Көньяҡ зыяраттың Хушлашыу залында үтә. Фирҙәүес Альберт ҡыҙы Ғиззәтуллина 1973 йылдың 27 июнендә Сибай ҡалаһында тыуған. 2003 йылдан алып Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Сәнғәт институтын тамамлағандан һуң ғаиләһе менән Мәскәүгә күсә, унда театр-концерт проекттарын ойоштороуҙа рәссам булараҡ ҡатнаша, төрлө ижади коллективтар менән хеҙмәттәшлек итә. Артабан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында иҫәпһеҙ-һанһыҙ сағыу образдар ижад итә. "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы мәрхүмәнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb