Башҡорт академия драма театры Baby biennale «0+» Халыҡ-ара фестиваль-акцияһында ҡатнаша

Башҡорт академия драма театры Baby biennale «0+» Халыҡ-ара фестиваль-акцияһында ҡатнаша

30 майҙа Baby biennale «0+» халыҡ-ара фестиваль-акцияһы сиктәрендә театрҙың М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә кескәй тамашасылар өсөн Алмаз Саҙрыевтың “Һауанан ергә тиклем” бэби-спектакле күрһәтеләсәк.

Акция Рәсәйҙең һәм БДО илдәренең дәүләт һәм шәхси театрҙарын берләштергән “Калабала” кескәй тамашасылар өсөн башҡарыу сәнғәте ассоциацияһы тарафынан ойошторола. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан үткәрелгән фестиваль Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә июндең тәүге аҙнаһында уҙа. Фестивалдең маҡсаты – иң бәләкәй балалар өсөн тәғәйенләнгән театр жанрын актуалләштереү. Шулай уҡ Рәсәй тамашасыһын кескәйҙәргә тәғәйенләнгән сәнғәттең яңы форматы менән таныштырыу өсөн берҙәм ижади урын булдырыу.

30 майҙа 12:00 сәғәттә театр ата-әсәләрҙе 6 йәшкә тиклемге балалар менән “Һауанан ергә тиклем” бэби-спектаклендә көтөп ҡала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb