20 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Көрән залында театр белгесе Динора Байтирәкова менән осрашыу үтә. Сара 16.00 сәғәттә башлана.
Билдәле театр белгесе, РСФСР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Динора Байтирәковаға ошо көндә 90 йәш тула. ГИТИСты (Л.А.Малюгин һәм П.А.Марков курсы) тамалағас та, Динора Ғаян ҡыҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына әҙәбиәт бүлеге етәксеһе булып ҡайта. Унан һуң Мәскәүҙә СССР Мәҙәниәт министрылығында эшләй. Башҡортостан театр сәнғәте һәм драматургияһы тураһында мәҡәләләр авторы.