Башҡорт академия драма театры коллективы профессор Фирҙәүес Хисаметдинова менән осрашты

Башҡорт академия драма театры коллективы профессор Фирҙәүес Хисаметдинова менән осрашты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт телебелгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Ким Әхмәтйәнов исемендәге, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова менән осрашты.

Ижади осрашыуҙы ойоштороу Айрат Абушахмановтың яңы спектаклгә әҙерләнеү сиктәрендә уҙҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айрат Әхтәм улы театр сәхнәһендә Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы буйынса спектаклде ҡуя.

«Таңсулпан» пьесаһы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡырҡ йылдан ашыу уйнала һәм театрҙың алтын фондына инә. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb