Башҡорт академия драма театры «КОЛЯДА-PLAYS» ХII халыҡ-ара театр фестиваленә юллана

Башҡорт академия драма театры «КОЛЯДА-PLAYS» ХII халыҡ-ара  театр фестиваленә юллана

9 ноябрҙә  Башҡорт академия драма театры  Ангиза Ишбулдина пьесаһы буйынса ҡуйылған «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «КОЛЯДА-PLAYS» ХII Халыҡ-ара театр фестиваленә юллана. Спектаклдең режиссеры – Алмас Әмиров.
Фестиваль ноябрҙең 5-нән 15-нә тиклем Екатеринбург ҡалаһында уҙғарыла. Быйылғы фестиваль афишаһында - утыҙ ете сәхнә әҫәре. Башҡорт академия драма театры Екатеринбургтың «Щелкунчик» балет театрында 10 ноябрь көнө сығыш яһаясаҡ.

Быға тиклем дә театр 2016 йылда «КОЛЯДА-PLAYS» Х Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты. Актер Руслан Хайсаров йәш драматург Ярослава Пулиновичтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектаклендәге Альберт роле өсөн «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында еңеүсе булды.
Шулай уҡ, 2017 йылда «КОЛЯДА-PLAYS» ХI Халыҡ-ара театр фестивалендә «Хыялға ҡаршы» спектакле тәҡдим ителде. Илсур Ҡаҙаҡбаев «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында призға лайыҡ булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb