Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Иң бәхетле төн» спектакленең премьераһы уҙҙы

Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Иң бәхетле төн» спектакленең премьераһы уҙҙы

Кисә, 20 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә А.Касона пьесаһы буйынса ҡуйылған «Иң бәхетле төн» спектакленең премьераһы гөрләп уҙҙы. Тамашасы премьераны ысын күңелдән ҡабул итте. Залдағы бар халыҡ аяғүрә баҫып, артистарҙы алҡышланылар. Актерҙар иһә бер нисә тапҡыр сығып баш эйҙеләр.

Төп ролде СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, легендар сәхнә оҫтаһы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова башҡарҙы. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы – Олег Ханов, рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Урал Иҙелбаев.

“Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ”, тиҙәр. СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкованың героиняһы егерме йыл элек өйҙән сығып киткән ейәнен көтөп, уның ҡайтырына өмөт итеп йәшәй. Эйе, тап өмөт уны йәшәтеп килә – шул турала белгән ҡарты уға ғәйепһеҙ юғалған ейәне исеменән хаттар яҙа, уның тормошо тураһында бермә-бер һөйләп бара. Тормош шулай “ялған хаттар” менән дауам итер ине лә, бер көн килеп ысын ейәненән телеграмма килә… Күп тә үтмәй ейән ҡайтып килгән карап диңгеҙ төбөнә китә… Ҡатынының өмөтөн өҙмәү өсөн Ҡарт рухи ярҙам менән шөғөлләнеүсе контораға мөрәжәғәт итә, унда эшләүсе сәнғәтсә фекер йөрөтөүсе хеҙмәткәрҙәр ярҙамға ашыға… Өләсәй үҙ ейәнен танырмы? Ейәненең һәр аҙымын белгән өләсәйҙең һынауҙарын “яңы ейән” нисек үтер? Ә иң сетереклеһе – ысын ейәндең килеп сығыуы…

Мажараларға, юморға, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға ҡоролған әҫәр беҙҙең тормошҡа ауаздаш: бәхет көткәндәр – бәхетле булһын, кешене йәшәткән өмөт һүнмәһен…

Ролдәрҙе - Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Светлана Хәкимова, Әхәт Хөсәйенов, Рәзифә Динмөхәмәтова, Сәғиҙулла Байегетов, Фирҙәүес Ғиззәтуллина, Ринат Баймырҙин, Гөлмирә Исмәғилева , Милена Ишаева, Руслан Хайсаров башҡарҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb