Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә премьера - "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы

Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә премьера - "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы

18  һәм 20 март М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль - Ангиза Ишбулдынаның "Кеҫәлле ярҙа" пьесаһы буйынса "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы. Спектаклдең премьераһына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әлеге ваҡытта театрҙың ҙур залында репетициялар бара. Режиссер - Алмас Әмиров.

… Ауыл юл уртаһында түгел, йылғаның арғы яғында ултыра. Бында бөтә нәмә бар – мәктәп тә, ауыл мәҙәниәт йорто ла, ферма ла, ике тиҫтә йорттар теҙелгән, ә бына кешеләр аҙ. Ултырған урыны – шәп! Ҡаланыҡылар арыған саҡтарында «Эх, бына ауылға һыпыртырға ине. Унда тәбиғәт ҡосағында рәхәт, тыныс» - тип әйтеп ҡуйған ваҡытта, улар тап ошо Балтирәк ауылын күҙ алдына килтерәләр. Бына һеҙ: "Эх, ауылға ҡайтаһы ине!" - тип әйтеп, күҙҙәрегеҙҙе йомһағыҙ, Балтирәк ауылын күрерһегеҙ. Премьераға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb