Башҡорт академия драма театры сәләмәт тормош өсөн

Башҡорт академия драма театры сәләмәт тормош өсөн

Кисә, 5 июндә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ғаилә йылына арналған «Әсәйҙәр өсөн күнекмә» тип аталған социаль проекты старт алды.
Сараны танылған шоумен Искәндәр Урманцев һәм театрҙың йәш актрисаһы Гөлмирә Исмәғилева алып барҙы. Күнекмәләрҙе  эшләргә Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Паралимпия уйындарында ҡатнашып 8 тапҡыр чемпион исемен яулаған, донъя һәм Европа чемпионкаһы, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, дәүләт наградалары кавалеры Оксана Савченко өйрәтте. Физик күнекмәләрҙе “Арена -3000” фитнес клубынан алдынғы инструкторы күрһәтте.
17.30 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем барған сәләмәтлек акцияһында ябай тамашасылар менән бер рәттән театр һәм кино йондоҙҙары, танылған эстрада йондоҙҙары, телевидение алып барыусылары ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb