Башҡорт академия драма театры «Театр төнө-2018» акцияһы сиктәрендә кастинг уҙғара

Башҡорт академия драма театры  «Театр төнө-2018» акцияһы сиктәрендә кастинг уҙғара

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры  12 сентябрҙә «Театр төнө-2018» акцияһы сиктәрендә кастинг уҙғара. Кастингты ойоштороусы - «Башҡортостан» киностудияһы.

Ҡыҙыҡлы тарихи костюмдар кейеп, грим һалып кинокамера алдына сығыу – былар барыһы ла «Театр төнө»ндә һеҙҙе көтә. Театрҙың 2-се ҡатында, фойела «кинобудка» һәм павильондар эшләйәсәк.

Һәр бер теләүсе кастингта ҡатнашып, үҙен киноактер ролендә һынап ҡарай ала. Кастинг һөҙөмтәләре театрлаштырылған тамаша аҙағында күрһәтеләсәк.

Шулай уҡ эксклюзив ваҡиға - Булат Йосопов мастер-класс  күрһәтәсәк. Кино серҙәрен асырға һәм был ҡыҙыҡлы, ғәжәйеп процесс тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме? - улайһа, һеҙҙе Булат Йосопов үҙе үткәрәсәк мастер-класста көтөп ҡала!

Шулай уҡ был көндө театрҙың ҙур залында, театрлаштырылған тамашанан һуң тамашасылар М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡатнашлығында «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҡарай аласаҡ.
Кастинг 19.15 - 20.00 сәғәткә тиклем барасаҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb