Башҡорт академия драма театрында “Бөйрәкәй” романы буйынса спектакль ҡуясаҡтар

Башҡорт академия драма театрында “Бөйрәкәй” романы буйынса спектакль ҡуясаҡтар

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары кисә Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортоноң тамаша залында йыйылды. Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы.

2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.

"Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла".

Был китапҡа тотош быуат һыйған. Ниндәйҙер мөғжизә менән тарих китаптары юҡҡа сыҡһа, Таңсулпан Ғарипованың роман-эпопеяһы буйынса егерменсе быуатты ҡайтанан тергеҙеп булыр ине. Тарих тирмәненә бойҙай бөртөктәреләй төшкән кеше яҙмыштары матурлыҡҡа һәм батырлыҡҡа һынау тота. Бәғзеһе онға әйләнә, бәғзеһе кәбәккә..."- тиелә театр сайтында. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb