Башҡорт академия драма театрында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған премьера уҙҙы

Башҡорт академия драма театрында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған премьера уҙҙы

24 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның хикәйәһе буйынса «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең премьераһы үтте. Спектаклде театрҙың баш режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов сәхнәләштерҙе.

Әҫәрҙең инсценировкаһы Айрат Әхтәм улы һәм театрҙың баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова менән берлектә ижад ителде. Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Ринат Абушахманов, видеорежиссёры – Руслан Юлтаев, яҡтыртыу буйынса рәссамы – Сергей Гаевой, немец теленән консультант – Рәмзиә Латыпова. Төп ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илгизә Ғилманова һәм Артур Кәбиров башҡара. Спектаклдә шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Ирек Булатов / Азамат Ғафаров, Шәүрә Дилмөхәмәтова / Алһыу Бәхтиева, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илсөйәр Ғәзетдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Баймырҙин, Айҙар Шәмсетдинов, Алмаз Йосопов, Лилиә Сәғитова, Зиләрә Юлтаева, Таң Хөсәйенов, Айым Сөләймәнова, Сабина Кирәева, Линар Бәитов һәм башҡа актёрҙар ҡатнаша.

Режиссёр Айрат Абушахманов спектаклдең жанрын кинодрама тип билдәләне. Уның сюжеты сәхнә киңлегендә генә түгел, видеоэкранда ла үҫеш ала. Спектаклдең үҙәгендә – фронттан һөйгән йәрен көткән Фәрхинур. Ул ғүмер буйы иренә «Яратам» тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Уның тарихы тоғролоҡҡа, рух көсөнә, ваҡыт һәм ара алыҫлығын белмәгән мөхәббәткә гимн булып тора.

Ижади төркөм тамашасыға геройҙарҙың кисерештәрен һәм хис-тойғоларын еткереү өсөн бик күп көс һалды, һөҙөмтәлә – оло мөхәббәт тураһында үҙенсәлекле матур спектакль барлыҡҡа килде.

Премьера тулы аншлаг менән үтте. Тамашасы уны йылы ҡабул итте, спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Актёрҙарҙың үҙ ролен ышандырып, ихлас уйнауы залдағы халыҡ күңеленә үтеп инде, музыка, бейеүҙәр, спектаклдең эмоциональ көсө – былар барыһы ла тамашасыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте.

Спектаклдән һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева хикәйә авторы Гөлсирә Ғиззәтуллинаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһын – «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.

«Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле 24 апрелдә, 7 һәм 22 майҙа күрһәтеләсәк.

Башҡорт академия драма театрында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған премьера уҙҙы
Башҡорт академия драма театрында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған премьера уҙҙы
Башҡорт академия драма театрында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған премьера уҙҙы
Башҡорт академия драма театрында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған премьера уҙҙы
Башҡорт академия драма театрында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған премьера уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb