Башҡорт академия драма театрында «ДРАМАТУРГ & ДРАМАТУРГ» исемле проект тамамланды

Башҡорт академия драма театрында «ДРАМАТУРГ & ДРАМАТУРГ» исемле проект тамамланды

Башҡорт академия драма театрының әҙәби-драматургия бүлеге «ДРАМАТУРГ & ДРАМАТУРГ» исемле әҙәби уҡыуҙар проектын тамамланы. Дүрт ай дауам иткән проектта Башҡортостандан 23 автор ҡатнашты. Улар араһында танылған һәм популяр драматургтар ҙа, күптән түгел генә яҙа башлаусылар ҙа бар.

Ҡәҙимге уҡыуҙарҙан айырмалы, был проектта драматургтар бер-береһенең пьесаларын аудиояҙма вариантында тәҡдим иттеләр, уларҙы теләгән ваҡытта театрҙың Бәйләнештә сайтындағы төркөмөндә тыңларға мөмкин, шулай уҡ унда авторҙарҙың пьесалары ла беркетелгән. Шуныһы ҡыуаныслы, проектта бихисап авторҙар берләште.

Ҡатнашыусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы, оригинал формат уларға драматург-коллегаларының ижады менән яҡынданыраҡ танышырға, ә үҙ әҫәрҙәренә объектив ҡарарға мөмкинлек биргән. Проект өҫтөндә уның авторы һәм кураторы Азалия Балгазина, баш мөхәррир Динара Ҡәйүмова, мөхәррирҙәр Алһыу Ғәлләмова, Ангелина Лоҡманова эшләнеләр. Проектты башлап ебәргәндә, бөгөнгө көндә драматургтарҙы нимә борсой, уларҙың әҫәрҙәрендә ниндәй уртаҡлыҡ бар, геройҙарҙың, сюжеттарҙың, уй-фекерҙәрҙең оҡшаш яғы бармы, әллә улар төрлөсә һәм үҙ-ара бәхәскә инәме… Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар табырға тырышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb