Башҡорт академия драма театрында “Мин-башҡорт тип танышығыҙ” исемле баҫманың исем туйы үтә

Башҡорт академия драма театрында  “Мин-башҡорт тип танышығыҙ” исемле  баҫманың исем туйы үтә

Иртәгә, 31 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанованың “Мин-башҡорт тип танышығыҙ, тип аталған яңы китабының исем туйы үтәсәк.

 Сара 19.00 сәғәттә башлана, инеү бушлай.

Зөлфиә Ханнанова әҙәбиәткә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында килә, филология факультетының башҡорт-рус бүлегендәге «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Бөгөнгә дүрт шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡҡан. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, әҙиптең шиғырҙарына эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Улар рус, татар, сыуаш, төрөк, инглиз һәм ҡазаҡ телдәренә тәржемә ителгән.

Әүҙем ижадсы булараҡ, Зөлфиә Ханнанова башҡорт шиғриәте вәкиле булараҡ Мәскәү, Ҡаҙан, Чебоксар, шулай уҡ Төркиәнең Бафр һәм Самсун ҡалаларында уҙғарылған әҙәби йыйындарҙа ҡатнашты.

Шағирәнең нескә күңел донъяһынан урғылған шиғырҙарына эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Уның шиғриәте кеше һәм халҡыбыҙ яҙмышындағы ҡатмарлы ҡаршылыҡтар тураһында уйландыра, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа әйҙәй, күңелдәребеҙгә аҡ нур бөркә, йәм өҫтәй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb