Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә - Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаеваның юбилей бенефисы үтте.
Ҡайнар хистәрен һәм мөхәббәт һүҙҙәрен еткерергә тип, юбилярҙың яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары йыйылды. Матур гөлләмәләр һәм изге теләктәр тик Нурия Исхаҡ ҡыҙы өсөн яңғыраны.
Йәшлек һәм мөхәббәт йырсыһы Нурия Ирсаеваға арнап күренекле шағирҙарыбыҙ һәм актриса ижадын яратҡан тамашасылар бихисап шиғыр яҙғандар, кисә барышында театр артистары уҡып ишеттерҙе.
Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, актрисаның ижадташтары – Фидан Ғафаров, Илһам Вәлиев, Руслан Сәйфетдинов, Айҙар Ғалимов сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.