26-30 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә Рәсәй театр сәнғәте академияһы педагогы, каскадер, беҙҙең яҡташыбыҙ Роберт Йылҡыбаев сәхнә хәрәкәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Был сарала З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм дә шулай уҡ республиканың барлыҡ театрҙарынан актерҙар саҡырылған.
"Актерҙар менән беҙ махсус күнекмәләр өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, шулай уҡ программала — шәхси һәм парлы акробатикалалар, биомеханика һәм предметтар менән эш",— тип хәбәр итте Роберт Йылҡыбаев.
"Бындай сара беҙҙә тәүге тапҡыр ойошторола, әммә беҙ киләсәктә матур йолаға әүрелер, тип уйлайбыҙ. Бәлки фестиваль форматы итеп тә киңәйтербеҙ",— тип хәбәр итте Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, театр актеры Хөрмәтулла Үтәшев.