Башҡорт академия драма театрында "Таштуғайҙың ике батыры" исемле китап-альбомының презентацияһы булды

Башҡорт академия драма театрында "Таштуғайҙың ике батыры" исемле китап-альбомының презентацияһы  булды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй залында Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшевҡа арналған "Таштуғайҙың ике батыры" исемле китап-альбомының исем туйы үтте. 

Актер үҙенең тормош һәм ижад юлының ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ваҡиғалары менән бүлеште. Хөрмәтулла Үтәшевтың уҡыусылары, коллегалары Хәким Мортазин, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет, Юнир Ҡоланбаев, Азат Вәлитов, Лилиә Ғәлина, Айнур Ситдыҡов, Әлфирә Зәһиҙуллина үҙ ролдәрен оҫта башҡарып тамашасыларға бер байрам эшләне. Урал Иҙелбаев етәкселегендәге оркестр музыканттары кисәлә барған күренештәрҙе моңға солғаны.

Хөрмәтулла Үтәшевтың уҡытыусыһы Фәрдүнә Ҡасимова, курсташы Иҙрис Кәлимуллин, шағирә Лариса Абдуллина, театр белгесе Рида Буранова, журналист Илүзә Капкаева һәм башҡа ҡунаҡтар хәтирәләр менән уртаҡлашты. Алыҫ Хәйбулла районынан килгән делегация тыуған яҡтан моңло сәләмдәр тапшырҙы. Тыуған ауылы Таштуғайҙа йәшәүсе апайҙары Фәриғә һәм Рәхилә бала саҡтарҙың йылы хәтирәләре менән бүлеште.

Кисәнең режиссеры - Фирғәт Ғарипов. Кисәнең сценарийын әҙерләүсе Динара Ҡәйүмоваға китапты сығарыу өсөн бик күп көс һалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҙур рәхмәт әйттеләр.

Фойела Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте күргәҙмә-китап һатыу ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb