Башҡорт академия драма театрында «Ғаилә менән – театрға» акцияһы бара

Башҡорт академия драма театрында «Ғаилә менән – театрға» акцияһы бара

2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры матур йола - «Ғаилә менән – театрға» акцияһын башланы. Һәр айҙың бер йәкшәмбеһендә сәхнәлә - балалар өсөн әкиәт, ә уның алдында фойела - бәләкәстәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Театр республикабыҙҙың «Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар» йәмғиәте менән берлектә ойошторған шәп проекты миҙгел тамамланғансы дауам итәсәк. Күптән түгел 24 февралдә сәхнәлә бәләкәстәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Итекле бесәй» әкиәте, ә фойела оҫталыҡ дәрестәре, мауыҡтырғыс уйындар, күңелле бәйгеләр ойошторолдо.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb