Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ваҡытлы баҫма бүлегендә «Театр – үҙенсәлекле һәм матур донъя» исемле күргәҙмә асылды. Күргәҙмә Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына бағышланған.
Күргәҙмәлә «Театр – тылсымлы донъя» һәм «Рух бейеклеге һағында – быуат буйы…» бүлектәре бар. «Театр – тылсымлы донъя» бүлеге Башҡортостан Республикаһының театр тормошон яҡтырта. Ә «Рух бейеклеге һағында – быуат буйы…» бүлеге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 100 йыллығына арналған, күргәҙмәлә театр тарихы, актерҙар, спектаклдәр тураһында тулы, бай мәғлүмәт бирелгән.